0%

Толомдар үҫтерәм(шиғыр). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Толомдар үҫтерәм ( шиғыр )
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Толомдар үҫтерәм


Йоҡларға ятҡас, әсәйем
Толомдарын тағата,
Бөҙрәләнгән сәстәрен
Мин тарарға яратам.
Йылға һыуына оҡшаған
Әсәйемдең толомо,
Хуш еҫтәре аңҡып тора
Гөл-сәскәле болондоң.
Сәсемде тартһа ла Рәшит,
Һис тә унан ҡурҡмайым,
Толомдарымды үҫтерәм
Оҙон итеп, ҡырҡмайым!
 
 


2006 йыл